Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә ер участкаһы булыуы тураһында белешмәне интернет аша алырға мөмкин

Иҡтисад

Өфө хакимиәтенең Муниципаль милеккә идара итеү комитеты ер участкаһы булыу-булмауы тураһында белешмә алыуға ғариза биреүҙең электрон системаһын индерҙе. Белешмәнең хаҡы халыҡ һәм юридик шәхестәр өсөн ҡаланың Ер агентлығы тарафынан күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтарҙы раҫлау тураһында ҡарар менән билдәләнә.  

Документ әҙерләүгә ун эш көнө сарыф ителәсәк. Граждандарға был хеҙмәтләндереү www.kums-ufa.ru сайтында «Белешмә алыуға ғариза» бүлегендә күрһәтеләсәк.

Бынан тыш, Комитеттың рәсми сайтында үҙ бурысыңды белергә, шулай уҡ интерактив режимда Муниципаль милеккә идара итеү комитеты рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтовҡа муниципаль милеккә ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть