Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төркиәлә Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләнеләр

Сәйәсәт

Истанбулда, Башҡорт халҡының тарихы һәм этнографияһы музейы урынлашҡан «Топкапы» мәҙәниәт паркы территорияһында, Башҡортостан Республикаһының Истанбул ҡалаһындағы вәкиллеге Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған традицион сара үткәрҙе. Унда Төркиәнең дәүләт, муниципаль, йәмәғәт һәм эшлекле даирәләре вәкилдәре, Башҡортостандан Төркиәлә уҡыусы студенттарыбыҙ һәм эшләүсе ватандаштырыбыҙ ҡатнашты.  

БР-ҙың Истанбулдағы вәкиллеге башлығы Каншаубий Мизиев, Башҡортостан Республикаһы яңы етәкселек менән бергә үҙ иҡтисади үҫешен сифат яғынан яңыртыу, тиҙләтеү һәм тәрәнәйтеү юлынан бара, тип билдәләне. Башҡортостан етәкселеге исеменән Каншаубий Мизиев ватандаштарын Республика көнө менән ҡотланы, ә кисәгә килгән ҡунаҡтарға республикабыҙ менән уңышлы хеҙмәттәшлек теләне.

Истанбул вилайеты вице-губернаторы Мостафа Алтынташ үҙ сығышында, Төркиә Республикаһының Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлеге даими үҫешеүен һәм Истанбул ҡалаһы һәр ваҡыт был үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек үҙәгендә булыуын раҫланы. Үҙ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөләренең береһе булып йыл һайын Истанбулдың үҙәгендә, Солтанәхмәт майҙанында, башҡорт һабантуйы үткәрелеүе тора, тип өҫтәне ул.

Кисә аҙағында ватандаштарыбыҙҙың импровизацияланған концерты үткәрелде. Башҡорт, төрөк һәм рус телдәрендә йырҙар, Азат Ҡолдәүләтов башҡарыуында ҡурай моңдары яңғыраны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть