9 декабрь, Йома

12 октябрь 2010 йыл, 11:05

Республика Президенты йәштәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарға саҡырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика көнөндә Өфөлә Ленин майҙанындағы «Йәштәр хороводы» байрамында ла булды, бында ул йәш быуын вәкилдәренә төбәгебеҙҙе алға ебәрергә һәм уны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә саҡырып мөрәжәғәт итте.

— Белеүемсә, бында бөгөн башлыса йәштәр йыйылған, һәм мин уларға мөрәжәғәт итәм, — тине Президент. – Һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ һәм өмөтөбөҙ. Беҙ һеҙҙең йәшлеккә, дәртегеҙгә, көсөгөҙгә һәм перспективағыҙға ышанабыҙ. Республиканы алға ебәреү тап һеҙҙең иңегеҙгә төшәсәк. Һәм быны барығыҙ ҙа берләшеп, үҙ-ара кәңәшләшеп, үҙ ҡулдарығыҙ менән генә эшләргә мөмкин. Хәҙерге йәштәребеҙ бойондороҡһоҙ, ижади, инициативалы булырға тейеш. Шул саҡта ғына Башҡортостан сәскә атасаҡ. Барығыҙҙы ла Республика көнө менән ҡотлайым, изге эштәр, уңыштар һәм төбәгебеҙҙең сәскә атыуын теләйем!  

Рөстәм Хәмитовтың телмәрен Өфө йәштәре дәррәү «ура» ҡысҡырып ҡабул итте, ә инде уның сәхнәгә сығыуын алҡышлап ҡаршы алдылар. Быға ғәжәпләнерлек тә түгел – был төбәк башлығының эш ваҡытынан тыш (22 сәғәт тирәһе ине) урам сәхнәһенә сығып, йәштәргә ябай ғына мөрәжәғәт итеүе Башҡортостан тарихында тәүге осраҡ.

Рөстәм Хәмитовтың сығышынан һуң «Карауан-һарай» төркөмө башҡарыуында Виктор Цойҙың «Перемен!» йыры һәм ошо көй аҫтында төнгө Өфөнө ярып байрам фейерверкының тәүге уттары күккә күтәрелеүе майҙанға йыйылған йәштәргә тағы ла дәрт һәм энергия өҫтәне.