6 декабрь, Шишәмбе

11 октябрь 2010 йыл, 11:00

Григорий Рапота башҡортостанлыларҙы Республика көнө менән ҡотланы

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотланы.

Ҡотлауҙа былай тиелә:

«Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе Республика көнө менән ҡотлайым!

Волга буйы федераль округының иң ҙур төбәге – Башҡортостан ҙур майҙаны менән генә түгел, шулай уҡ күп һанлы сәнәғәт предприятиелары һәм яҡшы үҫешкән ауыл хужалығы менән дә айырылып тора. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда инновацион эшләнмәләр әүҙем ғәмәлгә индерелә, шуға күрә төбәк фәнде етештереүгә интеграциялаған лидерҙар иҫәбенә инә. Юғары һәм урта звено белгестәрен әҙерләүҙең яҡшы базаһы быға булышлыҡ итә. Заман менән бергә атлау һәләте республикаға инвесторҙарҙы йәлеп итә. Улар партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә юғары технологиялы заманса предприятиелар менән эшләргә әҙер.

Башҡортостан социаль-иҡтисади һәм етештереү күрһәткестәре менән генә һоҡландырмай, боронғо Салауат ерендә йолаларҙы, мәҙәниәтте, тарихты ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Үҙ тамырҙары хаҡында онотмай, Башҡортостандың изге күңелле һәм ҡунаҡсыл халҡы республикала йәшәүсе башҡа милләт кешеләрен дә ихтирам итә. Башҡорттар һәм рустар, татарҙар һәм сыуаштарҙың, төрлө милләт һәм дин кешеләренең был байрамды бергә билдәләүе осраҡлы түгел. Башҡортостан халыҡтарының аҡыл ҡеүәһе, ярҙамсыллығы һәм изге йөрәге һеҙгә тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә булышлыҡ итә.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙҙә тыныслыҡ һәм именлек, шатлыҡтар һәм бәхет теләйем! Байрам менән!

Григорий Рапота ».