Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика асыҡ булырға тейеш, тип белдерҙе Президент

Сәйәсәт

— Беҙҙең конкуренциялы көрәштә еңелергә хаҡыбыҙ юҡ, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап. — Беҙгә туҡтап ҡалырға ярамай. Кешеләребеҙҙең тормош сифаты беҙҙең компетентһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ эҙемтәһенә әйләнергә тейеш түгел.  

Конкуренцияға һәләтлелек нигеҙе итеп республика башлығы асыҡлыҡты атаны.  

— Республика инвестициялар өсөн дә, яңы технологиялар өсөн дә, заманса идара итеү алымдары өсөн дә асыҡ булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Шул уҡ ваҡытта беҙ халыҡтарыбыҙҙың традицияларын да һаҡларға тейешбеҙ. Бында беҙгә уйланылған конфессия-ара һәм этник-ара сәйәсәт ярҙамға киләсәк. Тыныслыҡҡа һәм изгелеккә илткән сәйәсәт. Быларҙың барыһы ла тормошҡа ашасағына мин ышанам. Сөнки беҙ халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәгебеҙҙе аныҡ беләбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть