9 декабрь, Йома

12 октябрь 2010 йыл, 9:40

Өфө баҙарҙарында ситтән ҡайтарылған картуф өҫтөнлөк итә

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: автор

Өфө баҙарҙарында ситтән килтерелгән картуф өҫтөнлөк итә. Был турала йома көндө Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикала ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһы быйыл бик аҙ, был быйылғы йәйҙә беҙҙең төбәктең ҡоролоҡтан зыян күреүе менән аңлатыла. Мәҫәлән, һуңғы йәрминкәлә Өфөлә икенсе төбәктәрҙән һәм сит илдән ҡайтарылған 1812 тонна картуф һатылған, ә республика райондарынан – ни бары 240 тонна.

Картуфты Башҡортостанға Барнаулдан, Төмәндән, Красноярскиҙан, Новосибирскиҙан, Магнитогорскиҙан, Омскиҙан, Алтай крайынан, Кемерово өлкәһенән һәм хатта Беларусь Республикаһынан алып киләләр. Шул уҡ мәлдә, Павел Качкаев әйтеүенсә, хаҡтарҙың ярайһы юғары булыуына ҡарамаҫтан, өфөлөләрҙә «икенсе икмәк» ҙур һорау менән файҙалана – ул картуф бер ярым — ике тапҡырға арзаныраҡ булған уҙған йыл кимәлендә һаҡлана.