Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: башҡорт теле – белемле, мәҙәниәтле, интеллигентлы кешеләр теле

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап, һуңғы йылдарҙа дәүләт теле статусында башҡорт теле нығынды һәм үҫеште, тип билдәләне. Әгәр 80-се йылдар аҙағында ҡала халҡы, башҡорт телен ауылда йәшәүселәр теле тип иҫәпләп, башҡортса һөйләшмәҫкә тырышһа, бөгөн был – белемле, мәҙәниәтле, интеллигентлы кешеләр теле. Ә инде йәштәрҙең рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеүе айырыуса мөһим.  

Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан Президенты, дәүләт телдәрен мәктәптәрҙә мотлаҡ өйрәнеү тураһындағы ҡатмарлы мәсьәлә әле булһа хәл ителмәгән һәм элеккесә йәмғиәттә тикшерелә, тине. Ул килеп тыуған хәлде ҡайтанан ҡарарға һәм мотлаҡ яуап табырға вәғәҙә итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть