6 декабрь, Шишәмбе

12 октябрь 2010 йыл, 9:09

Өфөлә ихаталарҙы төҙөкләндереүгә бюджет средстволары етмәй

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Евгений Рәхимҡолов

Бюджет тәьминәте бөгөн Өфөлә иң түбәндәрҙең береһе. Был күрһәткес буйынса республиканың баш ҡалаһы миллионлы халҡы булған ҡалалар араһында арттан икенсе урында тора. Был турала Өфө хакимиәтендәге матбуғат конференцияһында ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— 12,5 миллиардлыҡ бюджеттың миллиондан ашыу халҡы булған ҡала өсөн аҙ булыуы көн кеүек асыҡ, — тине ул. Сағыштырыу өсөн 1,4 миллион халҡы булған Новосибирскиҙың бюджеты 21 миллиард һум тәшкил итә. Омскиҙа, уның халҡы яҡынса Өфөнөкө кеүек, бюджет – 18 миллиард.

Павел Качкаев әйтеүенсә, ҡала был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап республика етәкселегенә мөрәжәғәт иткән.

— Әгәр өҫтәмә средстволар табылһа, беҙ уларҙы тәү сиратта ихаталарҙы һәм квартал араларындағы территорияларҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтәсәкбеҙ, — тине Качкаев.   — Бөгөн беҙ был маҡсатҡа йылына ни бары 50 миллион һум бүләбеҙ, был ғына етмәй. Өҫтәмә ресурстар булғанда, был сумманы өс тапҡырға арттырырға мөмкин.