11 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2010 йыл, 17:20

Григорий Рапота: кешеләрҙең проблемаларын килешеп хәл итергә кәрәк

автор: Николай Ермоленко

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, кешеләрҙең проблемаларын, улар протест акцияһы ойоштормаҫ борон хәл итергә кәрәк, ә именлек органдары беҙгә бында ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй.

«Протест күренештәре, бер яҡтан, — халыҡтың теге йәки был мәсьәлә буйынса үҙ фекерен белдерә алған граждандар йәмғиәтендә нормаль күренеш, — тине ул бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль округындағы именлек органдары начальниктары Советының 42-се ултырышын асыуҙа сығыш яһап. — Икенсе яҡтан, ул конструктив диалог сигенән сыҡҡан форма алһа, илдәге хәлде тотороҡһоҙландырыуы мөмкин».

Һәр протест күренешенең нигеҙе бар, тип килешә Тулы хоҡуҡлы вәкил. Ләкин килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы халыҡты ризаһыҙлыҡ күрһәтеү демонстрацияһына күтәреү өсөн файҙаланған кешеләр төркөмө бар.  

Ә бит мәсьәләләрҙе митингыһыҙ ҙа хәл итергә мөмкин. «Бына бер профсоюз эшмәкәрҙәре төркөмө протест акцияһы әҙерләгән, — тип һөйләне Григорий Рапота. – Ә ултырып һөйләшкәс, улар сығарырға йыйынған күп мәсьәләләрҙе эш тәртибендә хәл итергә мөмкин булыуы асыҡланды».

Ул шулай уҡ эш биреүселәр, профсоюздар һәм вәкиллек араһында хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында ла телгә алды.