10 декабрь, Шәмбе

08 октябрь 2010 йыл, 13:59

Башҡортостан татарҙары берләште

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың татар йәмәғәт ойошмалары «Башҡортостан татарҙары» Йәмәғәт берләшмәләре союзына берләшә. Был турала 8 октябрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Ватаным»  Бөтә Рәсәй коммерция булмаған партнерлығының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе рәйесе Раил Әсәҙуллин менән Башҡортостан Республикаһы татарҙарының Төбәк милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рәмил Бигнов хәбәр итте.

Рәмил Бигнов, Башҡортостанда хәҙер йәмғиәтте демократлаштырыу бара, тип билдәләне. Быға миҫал – татар йәмәғәт ойошмаларының берләшеү тураһында инициативаһын властар ыңғай ҡабул итте.  

— Беҙ көрәшергә йыйынмайбыҙ, беҙҙең төп бурыс – республикала йәшәүсе бөтә халыҡты конструктив инновацион эшкә көйләү, – тине Раил Әсәҙуллин. Ул ҡасандыр халыҡтар дуҫлығы эталоны булып торған Дағстанда ислам хәрәкәте тирәләй йәйелдерелгән ваҡиғалар билдәле бер хәүеф тыуҙырыуын билдәләп үтте.  

— Беҙ милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә ярҙам итергә тейешбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Республикала ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарау бара, һәм беҙ уға тап килергә тейешбеҙ.