11 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2010 йыл, 13:49

«Баҫҡыстар» балалар ижады конкурс-фестивале старт алды

автор: Эльмира Сабирова

«Тыныслыҡ һәм бәхет һинең устарыңда» — балаларҙың әҙәби һәм художестволы ижады, тыуған яҡты өйрәнеү һәм журналистика буйынса «Баҫҡыстар» Төбәк-ара конкурс-фестиваленең девизы ошолай яңғырай.  Ижади ярыш «Һәләтле балалар» Президент программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында үткәрелә. Ҡатнашыусыларҙан эштәр ҡабул ителә башлаған да инде. 1 — 15 октябрҙә ситтән тороп ҡатнашыу этабы үтә, икенсе этапта балалар 2-3 ноябргә Өфөнөң 26-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә саҡырыласаҡ.  

Еңеүселәр өс йәш төркөмөндә билдәләнәсәк: 1-4, 5-8, 9-11 кластар.

Фестиваль биш номинация буйынса үткәрелә — «Йәш тыуған яҡты өйрәнеүсе» — республиканан һәм төбәктәрҙән мәктәптәрҙең, гимназияларҙың, лицей, клубтар, музейҙар, берекмәләрҙең тикшеренеү эштәре ҡабул ителә;

«Йәш шағир» — үҙҙәре яҙған әҙәби әҫәрҙәр ҡабул ителә – шиғырҙар, өсәүҙән аҙыраҡ һәм бишәүҙән күп түгел; «Йәш прозаик» – өс хикәйә йәки повестар ебәрергә кәрәк; «Йәш рәссам» — һүрәттәреңде, графикала, скульптурала башҡарылған эштәреңде ебәрергә кәрәк (өсәүҙән артыҡ түгел), эштәр электрон төргә әйләндерелгән фотоһүрәттәр булһа ла ярай; «Йәш журналист» —журналистиканың теләһә ниндәй жанрында яҙылған эштәр (репортаж, интервью, очерк һәм башҡалар).

Конкурсты ойоштороусылар — БР Мәғариф министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы.

темалар: конкурстар