4 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2010 йыл, 17:45

Америка-Башҡортостан интерколледжында «Тойфл» халыҡ-ара имтиханына әҙерләнергә ярҙам итәләр

автор: Эльмира Сабирова

Америка-Башҡортостан интерколледжында ҡабаттан халыҡ-ара «Тойфл» имтиханына әҙерләү буйынса тренингылар үткәрелә башлаған. Был турала «Башинформ» агентлығына белем биреү учреждениеһының директоры Вячеслав Швайко хәбәр итте.

— Бөгөнгө көндә «ТОЙФЛ» — ҙур һорау менән ҡулланылған халыҡ-ара имтихандарҙың береһе, — тине Вячеслав Дмитриевич. — Йәштәрҙең күбеһенә был имтихан буйынса яҡшы һөҙөмтәләр уҡыуҙы сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында дауам итеү, халыҡ-ара мәғариф программаларында ҡатнашыу, шулай уҡ халыҡ-ара компанияларға һәм фирмаларға эшкә урынлашыу өсөн кәрәк. Шуға күрә апликанттар әҙерләүгә ориентирланған программа эшләүгә колледжда бик яуаплы ҡарағандар һәм халыҡ-ара педагогтар командаһы туплағандар. Инструкторҙар араһында — Рәмил Ибраһимов – ҙур педагогик стажы булған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шулай уҡ АҠШ-тан инглиз телле әфәнде Джереми Сэвидж, уның Бөйөк Британияның бөтә донъяға билдәле Кембридж университетынан бирелгән сертификаты бар.

темалар: мәғариф