Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Силәбе властары Магнитогорск туристарының вәхшилек фактына ҡарата сара күрергә йыйынмай

Йәмғиәт

"Башинформ" агентлығы Силәбе өлкәһе Губернаторының матбуғат секретары Светлана Доронинаға, өлкә властары Магнитогорск автотуристарының Ирәмәл тауына машиналар менән күтәрелеү фактына нисек ҡараны, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте.  

Светлана Юрьевна, дәүләт органдары шәхси кешеләрҙең ҡылыҡтарына йоғонто яһай алмай, шуға күрә бер ниндәй ҙә сара күрергә йыйынмайҙар, тип яуап бирҙе.  

Шул уҡ ваҡытта «Леший» клубы ағзалары Ирәмәлгә автомобилдә күтәрелеү фактынан баш тарта. Ләкин 2 октябрҙә тауҙа булып, был хәлде күреүселәр тау итәгендә Магнитогорск номерҙары менән автомобилдәрҙе кеҫә телефондарына фотоға төшөрөп алған. Шулай уҡ тап Магнитогорск автоһәүәҫкәрҙәр клубы ағзаларының Учалы яғынан тауға трасса һалыуы ла билдәле.  

Дөйөм алғанда, был берҙән-бер осраҡ түгел, ә даими күҙәтелә. Тәбиғәт ҡомартҡыһына күптән инде туристар велосипедта ла, квадроциклда ла, юлһыҙ урындарҙа йөрөүсе автомобилдәрҙә лә һөжүм итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть