Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

«ИНДИГО» үҙәге «Социаль шылтыратыу» акцияһы үткәрә

Йәмғиәт

«Социаль шылтыратыу» акцияһы Өфөлә 12 октябрҙән 21-енә тиклем үтәсәк. Сараны ҡаланың «ИНДИГО» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге ойоштора. Үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, телефон номеры — 223-22-11. Психологтар, психотерапевтар, юристар, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре 16 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем һорауҙарға яуап бирәсәк.  

Акция түбәндәге йүнәлештәр буйынса үткәрелә:

12 – эшкә һәләтһеҙ граждандарҙы социаль яҡлау;

13 — «социаль хәүеф» төркөмө балалары араһында наркоманлыҡты иҫкәртеү;

14 — ауырлы ҡатындар һәм әсәләрҙең социаль шарттары;

15 – студенттарға һәм студенттар ғаиләләренә социаль ярҙам;

18 – балалар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемаһы;

19 – шартлы рәүештә хөкөм ителгән һәм хөкөм язаһын тултырып ҡайтҡан кешеләрҙе социаль яҡлау һәм реабилитациялау;

20 – балалар һәм үҫмерҙәр араһында криминаль әүҙемлекте иҫкәртеү;

21 – яңғыҙлыҡ, социаль етемлек һәм өлкән йәштәге граждандар менән ҡаты мөғәмәлә итеү проблемаһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть