11 декабрь, Йәкшәмбе

08 октябрь 2010 йыл, 11:34

Кохлеар импланттар менән балалар слеты Башҡортостанда үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Бөтә Рәсәй кохлеар импланттар йөрөтөүсе балалар слеты быйыл Өфөлә 9 октябрҙән 15-енә тиклем үтәсәк. Балалар форумы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Донъяны ишетеү» Хәйриә фонды ярҙамында ойошторола.

Слет «Дуҫлыҡ» балалар санаторийында үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостан баш ҡалаһына 40 бала, уларҙың ата-әсәләре, кохлеар имплантация өлкәһендә реабилитациялау буйынса Европа белгестәре, шулай уҡ Рәсәйҙән сурдопедагогтар киләсәк.

Өфөләге был Слет иҫәбе буйынса икенсе, беренсеһе 2009 йылда Нальчикта (Ҡабарҙа-Балҡар) үткәрелде. Унда 30-ҙан ашыу бала һәм 13 сурдопедагог ҡатнашты.

Башҡортостан ҡәҙимге булмаған балалар форумын үткәреү урыны итеп осраҡлы ғына һайланмай. Республика илдең тәүге төбәктәренән булып ишетмәгән балаларға ярҙам күрһәтеү проблемаһына комплекслы ҡарай. 2007-2008 йылдарҙа тәүге 18 бала Республика клиник балалар дауаханаһы базаһында, немец белгестәре ҡатнашлығында, ҡала бюджеты иҫәбенә кохлеар имплантаттар ала. Шунан һуң туранан-тура республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов ярҙамында «2008-2010 йылдарға кохлеар имплантация» Президент программаһы раҫлана.

Балаларға кохлеар имплантаттар күсереп ултыртыу буйынса операциялар республикала урындағы бюджет иҫәбенә үткәрелә. Бөгөнгө көнгә Республика клиник балалар дауаханаһы белгестәре 235 балаға ишетеү һәләтен ҡайтарырға ярҙам итте. Шулай уҡ Телмәр патологияһы һәм нейрореабилитация төбәк үҙәгендә уларҙы реабилитациялау буйынса эш ойошторолдо.  

темалар: һаулыҡ һаҡлау