8 декабрь, Кесе йома

08 октябрь 2010 йыл, 9:10

Изге тау Ирәмәлгә ҡарата вәхшиҙәрсә мөнәсәбәт

автор: Светлана Ғәфүрова

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, быйыл 2 октябрҙә Магнитогорскиҙың «Леший» клубы ағзалары алты джипта 1965 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән Ирәмәл тауына күтәрелә. Магнитогорск автотуристары автомобилдә изге тауға менеүҙе 22 августа уҡ үткәрергә йыйынған була. Был турала БР Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәрҙар булды. Бәхәсле һорауҙы кисекмәҫтән Президент хәл итте – Ирәмәлдә ярыш үткәреү ҡәтғи тыйылды. Клуб ағзалары тәбиғәт мөғжизәһенә – изге тауға ҡул тейҙермәҫкә вәғәҙә бирҙе. Ысынында иһә, улар сайттарын пароль менән ябып, ярышты 2 октябргә күсереү хаҡында һүҙ ҡуйыша. Алты машинанан торған колонна Учалы яғынан Әүәләк һырты аша үтеп, юлда тиҫтәләгән ҡырмыҫҡа ояһын емереп һәм ваҡ ағаслыҡты йығып тау түбәһенә күтәрелә.

Рөстәм Хәмитов был хәл менән тәрән ризаһыҙлығын белдерҙе.

"Изге Ирәмәл тауына ойошторолған автомобиль "экскурсияһы" фактына ҡарата асыуым сикһеҙ. Уларҙың һаҡлана торған уникаль тәбиғәт ҡосағына джиптарҙа үтеп инеп, минутлыҡ күңел асыуын, урман киҫеп юл һалыуҙарын ысын вәхшилек тип иҫәпләйем. Республиканың тәбиғәтте һаҡлау буйынса компетентлы органдарына бындай "туристарҙың" ҡылыҡтарын баһалап, етди саралар күрергә кәрәк. Мин, республика Президенты булараҡ, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарынан һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләренә ҡарата бындай мөнәсәбәткә юл ҡуймауҙы һәм һәр етәксенән изге урындарыбыҙға һаҡсыл ҡарауҙарын ҡәтғи талап итәсәкмен", – тине республика Президенты.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина был ваҡиғаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе:

— Бында законды тупаҫ боҙоу күренеше ярылып ята. Беҙ матди зыян күләмен иҫәпләүҙәрен һорап, БР Урман хужалығына хат ебәрҙек. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет төбәк идаралығы хеҙмәткәрҙәре “ярыш” урынында тикшереүҙәр үткәрә. Уның һөҙөмтәләре буйынса материалдар республика Прокуратураһына ебәреләсәк.  

«Ирәмәл» тәбиғәт паркын булдырыу тураһында Положениеға былтыр ҡул ҡуйылғайны. Әлеге ваҡытта ул хәл итеү өсөн БР Хөкүмәтенә бирелгән. Был йүнәлештә ныҡышмалы эшләйбеҙ. Киләһе миҙгелдә “Ирәмәл” тәбиғәт паркы асылыр, тип өмөтләнәбеҙ.

темалар: экология