7 декабрь, Шаршамбы

08 октябрь 2010 йыл, 10:01

Туймазыла йөҙҙән ашыу наркоман водитель танытмаһынан мәхрүм ителәсәк

автор: Ольга Мортазина

Туймазы район-ара прокуратура хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә закондарҙың үтәлешен тикшерҙе. Закон буйынса, эскелек һәм наркоманияға бирелгән кешеләр автомобиль руле артына ултырырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ һаҡлаусылар Туймазы районы үҙәк дауаханаһында «әфиүн наркоманияһы» диагнозы менән иҫәптә тороусы һәм водитель танытлыҡтары булған граждандарҙы асыҡланы. Етмәһә, таныҡлыҡтар хужалары күҙәтелеүҙән һәм дауаланыуҙан баш тарта.

Шуның менән бәйле прокурор был кешеләрҙең водитель праваларын ғәмәлдән сығарыу тураһында 144 дәғүә ғаризаһын судҡа ебәрҙе. Өс дәғүә ҡәнәғәтләндерелде лә инде, ҡалғандары әле ҡарала, тип хәбәр иттеләр БР Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән.