Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Республика көнөндә Стәрлетамаҡта «Киләсәк һинән тора» фотокросы үтәсәк

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡта Республика көнөндә «Киләсәк һинән тора» тип исемләнгән фотокросс үтәсәк. Фотоһүрәттәр конкурсы мобиль элемтә операторҙарының береһе ҡатнашлығында ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге менән ойошторолған.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ижади ярыш фотографтарҙың ваҡыт һәм тема сиктәрендә ярышыуынан торасаҡ. Унда бер кеше лә, айырым командалар ҙа ҡатнаша ала. Старт алдынан һәр ҡатнашыусы кросс ҡағыҙы ала, унда фотоға төшөрөү өсөн объекттар исемлеге, финиш урыны һәм башҡа төрлө мәғлүмәт күрһәтелә. Еңеүселәр һәм призерҙар бер нисә номинацияла билдәләнәсәк.

Өҫтәлмә мәғлүмәтте ошо телефондар аша алырға мөмкин: 8/3473/ 24-22-95 һәм 8-927-0800-818.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть