5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2010 йыл, 17:45

Республика башлығы Ишембайҙың ауырлы ҡатындарына ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн Ишембай ҡатындары ҡалаға эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Предприятиеларҙың береһендә етәкселәре ауырлы ҡатындарҙы эштән сығара, сөнки уларҙы штатта ҡалдырыу иҡтисади яҡтан отошһоҙ. Һәм бындай осраҡтар берәү-икәү генә түгел.

Рөстәм Хәмитов йөклө хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе һәм Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсинға ҡатын-ҡыҙҙарҙың ялыуын тикшерергә ҡушты.