11 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2010 йыл, 17:30

Азат Йыһаншин Әлшәй һәм Дәүләкән райондары хужалыҡтарында булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Һөнәри байрамдары алдынан ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Әлшәй һәм Дәүләкән райондарының ауыл хужалығы предприятиеларын тикшерҙе.

Дәүләкән районында БР Ауыл хужалығы министрлығы башлығы һөт заводында, 2-се икмәк продукттары комбинатында, «Регион-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Рихтер» крәҫтиән хужалығында булды. Александр Эйснерҙың ҡаҙ фермаһында ҡошсолоҡ үҫеше проблемаларын тикшерҙе.

Бынан тыш, министр Дәүләкән районы муниципаль район хужалыҡтары һәм эшкәртеү предприятиелары етәкселәре менән осрашты.

Азат Йыһаншин республиканың агросәнәғәт комплексы үҫеше, аграрийҙар алдында торған бурыстар тураһында һөйләне, малсылыҡ үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу перспективаларында айырым туҡталды. Осрашыу барышында сәсеүлектәр майҙаны структураһын үҙгәртеү мәсьәләләре, орлоҡтарҙың булыу-булмауы һәм уларҙың сифаты тикшерелде. Ауыл хужалығы министры тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләү проблемаһына айырым иғтибар бүлде.

Әлшәй районында БР ауыл хужалығы министры «Заветы Ленина», «Нур» ауыл хужалығы производство кооперативтарында, шәкәр заводында булды һәм ауыл хужалығы һәм эшкәртеү предприятиелары етәкселәре менән осрашты, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.  

темалар: ауыл хужалығы