10 декабрь, Шәмбе

07 октябрь 2010 йыл, 16:13

Балалар баҡсалары етешмәү проблемаһы хәл ителәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республикала  балалар баҡсалары етешмәү проблемаһы хәл ителәсәк. Республика башлығы был турала Ишембайҙа 11-се «Гнездышко» балалар баҡсаһы төҙөлөшөн ҡарағанда хәбәр итте. Совет заманында бында балалар баҡсаһы булған, һуңынан уны эшҡыуарҙарға биргәндәр, һәм бына күптән түгел уны аяҡҡа баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.  

Балалар баҡсаһы октябрҙең икенсе яртыһында асыласаҡ. «Гнездышко» 55 урынға иҫәпләнгән. Балалар бында өс төркөмгә йөрөйәсәк – ясли (15 кеше) һәм ике өлкән йәштәге балалар төркөмө (20-шәр кеше).

Башҡортостан Президенты, ҡалала балалар баҡсаһына урын алыуға 1200 кеше сиратта торғанда был сиктән тыш аҙ, тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов республика масштабында ҙур иғтибар бүленгән был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.  

Балалар баҡсаһын капиталь ремонтлау муниципаль бюджет средстволары иҫәбенә алып барылған, был маҡсатҡа һигеҙ миллион һум самаһы аҡса бүленгән.  

– Республиканың башҡа ҡалалары һәм райондары өсөн яҡшы өлгө, — тип билдәләне төбәк башлығы.