Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Екатеринбургта Мәжит Ғафуриҙың ижадын тикшерәләр

Йәмғиәт

Екатеринбургта башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған ғилми семинар үтә, тип хәбәр итә «Татар-Информ» мәғлүмәт агентлығы.

Семинарҙы ойоштороусы Сүфхәт Надиров һөйләүенсә, сара «Урал әҙәбиәте: тарих һәм хәҙерге заман» алтынсы Бөтә Рәсәй конференцияһы сиктәрендә үткәрелә. Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Тарих һәм археология институты, Урал дәүләт университетының филология факультеты ғалимдары Ҡазандан һәм Өфөнән коллегалары менән бергә тарих-әҙәбиәт процесында һәм хәҙерге донъяла Мәжит Ғафури ижадының әһәмиәтен, әҙәбиәттә этномәҙәни тематиканы һәм уның йәмғиәт һәм дәүләт менән үҙ-ара бәйләнешен, шулай уҡ дөйөм Рәсәй тарих-мәҙәниәт контексында Урал төбәге әҙәбиәтенең үҫеш юлдарын тикшерәсәк.  

Семинар Урал яҙыусылары берлектәге музейының Камерный театрында үткәрелә. Секция ултырыштары һәм фәнни семинарҙар тамамланғас, Татарстан Республикаһының сәнғәт оҫталары концерт менән сығыш яһаясаҡ.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть