5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2010 йыл, 14:20

Башҡортостанда табылған материалдар ошонда уҡ эшкәртелергә тейеш

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостанда табылған материалдар ошонда уҡ эшкәртелергә тейеш — был фекерҙе республика Президенты Рөстәм Хәмитов "Каустик" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре менән аралашҡанда белдерҙе. Президент производство участкаларына барып, яңы продукция өлгөләре менән танышты. Күптән түгел "Каустик" ныҡлығы менән айырылып торған яңы, бик уникаль ағас-иҙән япмаһы эшләп сығарҙы. Был продукция менән Санкт-Петербургта һәм Барнаулда ҡыҙыҡһындылар ҙа инде. Әммә республика етештереүселәре әлегә бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡһыныу белдермәне.  

Рөстәм Хәмитов, был "Каустик"ка ғына түгел, башҡа ҙур предприятиеларға ла, иң элек бөтә нефтехимия комплексына ҡағылырға тейеш, тип билдәләне.  Улар тирәләй баҙарҙа талап ителгән продукция сығарырлыҡ эшкәртеү һәм башҡа бәләкәй бизнес предприятиелары төҙөргә, бының менән халыҡтың мәшғүллек проблемаһын да хәл итергә кәрәк.