9 декабрь, Йома

07 октябрь 2010 йыл, 13:00

Рөстәм Хәмитов йәштәр өсөн республика инновация форумы ойоштороу яҡлы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рөстәм Хәмитов йәштәр өсөн республика инновация форумы ойошторорға тәҡдим итте. Был тәҡдимен ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында «Селигер-2010» форумында ҡатнашыусылар менән аралашҡанда белдерҙе. Форум беренсе йыл ғына үткәрелмәй, әммә әлегә тиклем Башҡортостан унда бик әүҙем ҡатнашманы. Мәҫәлән, 2009 йылда республиканан «Селигер»ҙа ни бары һигеҙ кеше генә ҡатнашты.

2010 йылда хәл үҙгәрҙе – Башҡортостан 100 кеше ебәрҙе. Рөстәм Хәмитов уларҙың ҡайһы берҙәре менән аралашты. Йәштәр БР Президентына РБ медицина, нефтехимия сәнәғәте, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм пиар-маркетинг өлкәһендәге үҙ эшкәртмәләре тураһында һөйләне.

Республика башлығы, бындай форумдар беҙҙә лә ойошторолорға тейеш – күрше өлкәләр һәм республикалар, шулай уҡ сит илдәр ҡатнашлығында йә республика, йә төбәк-ара масштабында, тип иҫәпләй.