8 декабрь, Кесе йома

07 октябрь 2010 йыл, 12:09

Бәләбәй һөт комбинаты «Алтын көҙ-2010»да 19 алтын миҙал яуланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бәләбәй һөт комбинаты Мәскәүҙә барған «Алтын көҙ–2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә иң яҡшы продукция өсөн 19 алтын миҙал яуланы.  Абруйлы аграр форум баш ҡалала 1 октябрҙә асылды һәм 11 октябргә тиклем дауам итәсәк. Унда Рәсәйҙең 55 төбәгенән һәм 32 сит дәүләттән 1000-дән ашыу предприятие вәкилдәре ҡатнаша.

Ҡунаҡтарға Бәләбәй һөт комбинатының бөтә ассортименты тәҡдим ителде. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл комбинат сырҙарҙың яңы маркаларын баҙарға сығарҙы. Быйыл йәй сырҙар Башҡортостанда, Пермь крайында, Силәбе, Һамар, Свердловск, Омск өлкәләре магазин кәштәләрендә барлыҡҡа килде.

Бәләбәй һөт комбинаты экспозицияһының үҙәк урынын яңы продукт – үҙенсәлекле технология буйынса әҙерләнгән «Бельфор» сыры биләне. Был юғары сортлы һөттән әҙерләнгән, шәрбәтерәк сәтләүек һәм хуш еҫле емеш-еләк тәме килгән ярым ҡаты сыр.

Предприятиела «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә ҡатнашыу һөҙөмтәләре менән барыһы ла ҡәнәғәт. 2008 йылда Бәләбәй сырҙары 11 юғары пробалы миҙалға лайыҡ булғайны. Быйыл 19 алтын миҙал – комбинат коллективының ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Комбинат вәкиле Анна Ведерникованың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә яңы продукттар күргәҙмәгә килеүселәрҙең күңеленә хуш килгән.