Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө эш хаҡы кимәле буйынса миллионлы ҡалалар араһында өсөнсө урында

Иҡтисад

Уртаса эш хаҡының кимәле Өфөлә 21165 һум тәшкил итә. Миллиондан ашыу халҡы булған ҡалалар араһында был өсөнсө күрһәткес. Уның буйынса республикабыҙҙың баш ҡалаһы Екатеринбург һәм Новосибирскиҙан ғына ҡалыша. Был турала шаршамбы көндө оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Бер йылда уртаса эш хаҡы Өфөлә яҡынса 26 процентҡа артты, — тине ул. — Был  инфляция темптарына яҡынса тап килә.

Ыңғай динамика, Павел Качкаев әйтеүенсә, Өфөнөң хеҙмәт баҙарында ла күҙәтелә — бына ярты йыл инде көсөргәнешлек коэффициенты унда бер проценттан кәмерәк дәүмәлде тәшкил итә. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә булған 10,5 мең вакансияға ни бары 10,3 мең эшһеҙ теркәлгән. Сағыштырыу өсөн, уҙған йылда бер эш урынына бер юлы ике-өс кеше дәғүә икән ваҡыттар булған.

— Хеҙмәт баҙарында артабан да тотороҡлоҡ һаҡланасаҡ, тип хәҙер ышаныслы әйтергә мөмкин, — тине Павел Качкаев. – Шуның менән бергә, эш биреүселәр менән күрһәтелгән вакансияларҙың 80 проценты төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь тармаҡ, сауҙа һәм эшкәртеү сәнәғәте өсөн эшсе профессияларға тура килеүе етди проблема булып тора. Ә мәшғүллек хеҙмәтендә башлыса бөтөнләй башҡа һөнәр кешеләре  иҫәптә тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть