8 декабрь, Кесе йома

07 октябрь 2010 йыл, 10:59

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – һәр кемдең гражданлыҡ бурысы!

автор: “Башинформ”

14 октябрҙән илебеҙ тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе – 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана.

Республика халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә әҙерме? Ул һәр беребеҙ өсөн ни тиклем мөһим? Ни өсөн унда ҡатнашырға кәрәк? Ул нисек үтәсәк? Иҫәп алыусылар нимәләр хаҡында һорашасаҡ? Был һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса комиссия рәйесе Тажетдинов Илшат Азамат улы яуап бирҙе.

- Илшат Азамат улы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек инде өс йыл алып барыла. Һеҙ республиканың уға әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ?

— 2010 йылдың егерме туғыҙынсы сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты етәкселегендә киңәйтелгән видеоселектор кәңәшмәһе үткәрелде, унда 2 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәре. Кәңәшмә йомғаҡтары – республика халыҡ иҫәбен алыуға әҙер. Ул 14 октябрҙән 25-енә тиклем үтәсәк.

Иҫәп алыусыларҙың һөҙөмтәле эшләүе өсөн шарттар булдырылған. Был контингент 36 процентҡа уҡыу йорттары иҫәбенә ойошторолған. Дүрттән бер өлөшөн предприятиелар һәм йәмәғәт хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә. Тағы өстән бер өлөшө – үҙ теләктәре менән килеүселәр. Һәм һәр унынсыһы – йәки урындағы үҙидара хеҙмәткәре, йәки мәшғүллек хеҙмәте тарафынан ебәрелгән кеше. Бөтәһе – 18 мең самаһы кеше. Бөгөн уларҙың төп өлөшө ошо йүнәлештә уҡытыла. Улар тулыһынса кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Улар өсөн 1822 йыһазландырылған бина әҙерләнгән. Автотранспорт һәм элемтә саралары бүленгән. Иҫәп алыу документацияһы комплектланған.

Тораҡ пункттарында байтаҡ эштәр башҡарылды. Адрестар хужалығы юлға һалынды. Урамдарҙы яҡтыртыу системалары ремонтланды. Был халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең тәүге һиҙелерлек һөҙөмтәләренең береһе. Ә асылда, халыҡ һәм хәүефһеҙлек хеҙмәттәре өсөн яҡшы ярҙам булды.  

- Ә, дөйөм алғанда, халыҡ иҫәбен алыуҙан ниндәй һөҙөмтәләр көтөлә? Был бит ярайһы уҡ сығым талап иткән сара. Ни өсөн уны үткәрергә кәрәк?

— Халыҡ иҫәбен алыу бик тә кәрәк. Уны үткәргәндә алынған мәғлүмәт – һөҙөмтәле социаль-иҡтисади сәйәсәт нигеҙе. Социаль тотороҡлолоҡ һәм кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу нигеҙе. Ведомство мәғлүмәттәр базаларының береһе лә йәмғиәт торошо тураһында, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кеүек, тулы, бөтөн бер мәғлүмәт бирмәйәсәк.

Уның төп бурысы – илдең һәм республикабыҙҙың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистик информация булдырыу. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләт һәм йәмғиәттең үҫеш стратегияһын, прогноздарын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк. Уларһыҙ төплө, нигеҙле идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеп булмаясаҡ. Бынан тыш, халыҡ, уның йәшәү шарттары тураһында мөһим мәғлүмәт бюджет процесын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк ойошторорға булышлыҡ итәсәк. Бюджет средстволарын оптималь бүлергә ярҙам итәсәк.  

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу программаһының үҙендә уны үткәреү кәрәклеге тураһында һорауға яуап бирелгән.  

Мәҫәлән, торлаҡ фондын төҙөкләндереү кимәле, уның тибы һәм майҙаны, төҙөлөү ваҡыты өлөшөндә халыҡтың торлаҡ шарттарын өйрәнеүгә ҙур иғтибар биреләсәк. Әйтәйек, республика халҡының торлаҡ менән уртаса тәьмин ителеше бөгөн бер кешегә 21 метрҙан саҡ ҡына күберәк тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы Президенты был күрһәткесте 2020 йылға 30 метрға еткереү бурысын ҡуйҙы. Иҫәп алыу мәғлүмәттәре күпме граждандарҙың авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүен күрһәтәсәк. Күпме ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Шунан сығып, арзан торлаҡ төҙөү, иҫкергән фондтан халыҡты күсереү буйынса ғәмәлдәге программаларға төҙәтмәләр индереләсәк һәм яңылары әҙерләнәсәк.

Иҫәп алыу ҡағыҙҙарының айырым һорауҙары граждандарҙың мәшғүллегенә һәм белеменә арналған. Был өлкәләге проблемалар республика өсөн актуаль. Беҙҙә ысынында  2,4 миллион эшкә һәләтле кешенең 1,8 миллионы эшләй. Быйыл 1 сентябргә рәсми эшһеҙҙәр сифатында 34,3 мең кеше теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара хеҙмәтте ойоштороу методологияһы буйынса иҫәпкә алынған эшһеҙлек 185 мең кеше тәшкил итте.

Эшһеҙлекте бөтөрөү уйланылған сәйәсәт алып барыуҙы талап итә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн эшһеҙҙәр һаны, мәшғүллек характеры, йәшәү сығанаҡтары  тураһында аныҡ мәғлүмәттәр кәрәк. Һөҙөмтәлә беҙ мәшғүллек программаларын аныҡлай, эшһеҙҙәрҙең квалификацияһын үҙгәртеүгә ҡарашты ҡайтанан ҡарай, эш биреүселәргә дөрөҫ йүнәлеш бирә аласаҡбыҙ.

Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары белем биреү системаһын артабан үҫтереү өсөн дә мөһим. Уның ихтыяждарына республика бюджетының өстән бер өлөшө тиерлек тотонола. Байтаҡ федераль средстволар йәлеп ителә. Әммә иҡтисад талаптары менән белгестәр әҙерләү күләмдәре араһында дисбаланс үҫеүен дауам итә. Иҫәп алыу барышында халыҡтың профессиональ-белем структураһының объектив күренеше асыҡланасаҡ. Төбәгебеҙҙең ғилми кадрҙар потенциалы күҙалланасаҡ. Был булған производстволарҙың структураһын үҙгәртеү һәм яңыларын ойоштороу, фәнни-технологик үҫеште әүҙемләштереү, өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул итергә ярҙам итәсәк.

Иҫәп алыу һөҙөмтәләре ҡала һәм ауыл халҡы нисбәтен баһалау, тимәк, аграр сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен аныҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Ауылда кәрәкле белгестәрҙе нығытыу буйынса саралар һөҙөмтәлелеген арттырырға. Ауыл халҡының матди-көнкүреш шарттарын яҡшыртырға.  

Халыҡтың йәш составы пенсияға сығыусы кешеләр һанын билдәләү өсөн кәрәк. Был яҡындағы йылдарға Пенсия фонды бюджетын планлаштырырға, социаль сығымдарҙы иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк. Иң мөһиме – пенсионерҙарыбыҙға лайыҡлы тормош кимәле тәьмин итергә.

Бынан тыш, беҙ әсәләргә һәм балаларға дәүләт ярҙамы күләмдәрен билдәләй, йәштәр сәйәсәтенең төп параметрҙарын аныҡлай, тыуымды стимуллаштыра, үлемде кәметеү буйынса саралар күрә аласаҡбыҙ.  

- Тыуымдың түбән һәм үлемдең юғары булыуы ил үҫешендә кире сағыла. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре демографик проблемаларҙы бөтөрөүгә нисек булышлыҡ итәсәк?

— Әйтергә кәрәк, беҙҙә өсөнсө йыл инде даими халыҡ иҫәбенең арта барыуы күҙәтелә. Халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса республика – Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер.

Был өлкәлә, әлбиттә, билдәле бер проблемалар ҙа бар. Ләкин, дөйөм алғанда, төп демографик күрһәткестәргә ыңғай трендтар хас. Әммә улар нығытыуҙы талап итә. Халыҡ иҫәбен алыу барышында тыуым өлкәһендәге тенденциялар тураһында уникаль мәғлүмәттәр алынасаҡ. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив тәртибендә үҙгәрештәрҙе өйрәнә аласаҡбыҙ. Балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә талапты күҙаллай, миграция күләмдәрен билдәләй, ахыр килеп, адекват социаль-демографик программалар төҙөй аласаҡбыҙ.

- Халыҡ иҫәбен алыу программаһы һигеҙ йыл элек булған программа менән сағыштырғанда ниндәй үҙгәрештәр кисергән?

— Элекке һәм әлеге иҫәп алыу ҡағыҙҙары ярайһы уҡ оҡшаш. Был мәғлүмәттәрҙе сағыштырып ҡарау өсөн кәрәк. Шуның менән бергә, иҫәп алыу ҡағыҙы дәүләттең хәҙерге мәғлүмәткә ихтыяжын сағылдырырға тейеш. Шуға күрә уның эстәлеген модификациялау һис шикһеҙ кәрәк.

Мәҫәлән, граждандарҙың торлаҡ шарттары тураһындағы һорауҙарҙа үҙгәрештәр күп. Әгәр элек нигеҙҙә торлаҡ характеристикалары тикшерелһә, хәҙер уның яңы экологик һәм мәғлүмәти ихтыяждарға ярашлылығы ҡыҙыҡһындыра.

Хәҙерге һөҙөмтәле дәүләт менән демократик йәмғиәтте «электрон хөкүмәт»тең үҫешкән технологияларынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Бының өсөн «Бөтә донъя селтәре»нә күпме кешенең йәлеп ителеүен белергә кәрәк. Провайдерҙар Интернет селтәренә мобиль рәүештә тоташыуҙың киң таралыуы арҡаһында дөрөҫлөккә тап килгән мәғлүмәт бирә алмаясаҡ. Ә был мәғлүмәт власть органдары менән граждандарҙың үҙ-ара аралашыуын, ҡайһы географик урында булыуға, тәүлек ваҡытына һәм йыл миҙгеленә ҡарамаҫтан, дәүләт хеҙмәттәре менән даими ҡулланыуҙы тәьмин итеү өсөн үтә кәрәк. Халыҡ иҫәбен алыу иһә быларҙы күрһәтәсәк.

- Республикала 130-ға яҡын милләт вәкилдәре йәшәй. Һеҙҙең ҡарашҡа, был факторҙың халыҡ иҫәбен алыуға йоғонтоһо буласаҡмы?  

— Йоғонтоһо булмаясаҡ, тип ышанам. Башҡортостан Республикаһы Президенты билдәләүенсә, «халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәтен артыҡ сәйәсиләштерергә кәрәкмәй». Беҙҙең республика үҙенсәлекле. Уға милли һәм конфессиональ күп төрлөлөлөк хас. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Конституцияһының 26-сы статьяһына ярашлы бер кемде лә үҙ милләтен билдәләүгә һәм күрһәтеүгә мәжбүр итеп булмай. Иҫәпсенең өйрәтергә лә, күндерергә лә хаҡы юҡ.  

Халыҡ иҫәбен алыу ни бары техник процедура. Ул илдә йәшәгән кешеләр һәм уларҙың йәшәү шарттары тураһында аныҡ мәғлүмәт формалаштырыу өсөн кәрәк. Был йәмәғәт тормошоноң төрлө аспекттарын өйрәнергә мөмкинлек биреүсе мөһим материал. XXI быуат башындағы республиканың үҙенә күрә социаль фотоһүрәте.

- Алынған мәғлүмәттәрҙең конфиденциаллеге һаҡланыуына ҡарата хәүеф бар. Дәүләт граждандарҙың шәхси тормошона ҡыҫылмаймы?

— Халыҡтан һорау алыу үткәргәндә ниндәйҙер раҫлаусы документтар талап ителмәйәсәк. Иҫәп алыу ҡағыҙы дөйөм һорауҙарҙан тора. Шуларҙың ҡайһы берәүҙәренә яуап биреүҙән баш тартырға ла мөмкин. Был осраҡта бер ниндәй репрессиялар ҙа ҡаралмаған. Шулай ҙа бының халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһен боҙоп күрһәтеүе һәм һуңынан дөрөҫ булмаған идара ҡарарҙары ҡабул ителеүенә килтереүе ихтимал.

Мәғлүмәттең конфиденциаллеге дәүләт менән гарантиялана. Халыҡтан мәғлүмәт йыйыу мөмкин тиклем шәхси үҙенсәлектәрһеҙ башҡарыла. Ә иҫәп ҡағыҙҙарында исем, фамилия һәм йәшәгән адресты күрһәтеү өсөн графалар ҡаралмаған.

- Иҫәп алыусылар булып һәр төрлө мутлашыусыларҙың килеүе ихтимал. Ысын иҫәп алыусыларҙы нисек танырға?  

— Уларҙың барыһында ла 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәре танытмаһы буласаҡ. Ул паспорт булғанда ғына ғәмәлдә. Танытма махсус һаҡ дәрәжәләре менән айырыла. Махсус тышлыҡ кейҙерелгән һәм муйынға аҫа торған шнуры бар. Бынан тыш, иҫәпселә «Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте» тигән яҙыулы күк төҫтәге портфель һәм халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән шарф булырға тейеш. Шикләнһәгеҙ, иҫәп алыу участкаһына шылтыратып, иҫәпсенең шәхесен аныҡларға була. Йәки участкаға үҙегеҙ барып, һорауҙарға яуап бирергә мөмкин. Халыҡ иҫәбен алыу участкаларының адрестары һәм телефондары 14 октябргә тиклем бөтә муниципаль гәзиттәрҙә лә баҫыласаҡ.

- Матбуғат баҫмалары менән бер рәттән, халыҡҡа мәғлүмәт биреүҙең ниндәй төрҙәре файҙаланыла?

— Халыҡҡа мәғлүмәт еткереүгә киң мәғлүмәт сараларының бар төрҙәре лә йәлеп ителгән: матбуғат баҫмалары, теле- һәм радиоканалдар, интернет-ресурстар. Күргәнһегеҙҙер, моғайын, 1 октябрҙән башлап эфирға халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башланыуға нисә көн ҡалыуы тураһында роликтар сыға башланы. 14 октябрҙән иҫкә төшөрөү рәүешендәге сюжеттар ебәреү планлаштырыла. Халыҡ иҫәбен алыу тураһында яңылыҡтар һәм аналитик тапшырыуҙар ҙа сығарыла.

Тышҡы рекламаның мөмкинлектәре әүҙем файҙаланыла. Тематик стендтар ҡуйыла.  Уларҙа агитацион плакаттар урынлаштырыла. Бөтә Рәсәй һәм республика «ҡыҙыу линия» телефондары эшләй. Был саралар бер генә маҡсатты күҙ уңында тота: республиканың бөтә халҡына 2010 йылдың октябрендә халыҡ иҫәбен алыу үткәрелеүе хаҡында хәбәр итеү һәм уға ҡарата ыңғай ҡараш булдырыу.

- Илшат Азамат улы, Һеҙ үҙегеҙ һәм Һеҙҙең ғаилә ағзаларығыҙ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашасаҡмы?  

— Мотлаҡ. Һәм республикабыҙҙа йәшәүсе барлыҡ кешеләрҙе шуға саҡырам. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – йәшәү нормаһы. Кешенең әүҙем йәмәғәт позицияһын һәм граждан булараҡ өлгөрөүен раҫлаусы дәлил.  

Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, сифатлы һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра. Дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу, иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреү мотлаҡ. Был 15 минуттан артыҡ ваҡытты алмаясаҡ. Әммә ил тормошоноң киләһе 10 йылына йоғонто яһаясаҡ.  

Рәсәйгә һәр кем мөһим икәнен һәр беребеҙ аңларға тейеш!