5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2010 йыл, 10:18

Торатау сәнәғәт маҡсаттарында эшкәртелмәйәсәк

автор: Светлана Ғәфүрова

Һуңғы ваҡытта Стәрлетамаҡтан алыҫ түгел,  Ишембай районында урынлашҡан Торатау тауы тирәләй төрлө бәхәстәр ҡуба, митингылар ойошторола. Бының сәбәбе – «Сода» предприятиеһының был уникаль тауҙы сәнәғәт маҡсатында эшкәртә башларға ниәтләүе тураһында төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуыуында. Шаршамбы көнө БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында үткән брифингта асыҡланыуынса, был хәбәрҙәр бөтөнләй нигеҙһеҙ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы (Башнедра) начальнигы Рәсих Хамитов, Идаралыҡҡа әлегә Торатауҙа артабан сәнәғәт эшкәртеүе өсөн эҙләнеү эштәре үткәреү хоҡуғына рөхсәт һорап бер кем дә мөрәжәғәт итмәне, тип аңлатты. Был ведомствоның рөхсәтенән тыш, республикалағы бер ятҡылыҡты ла тикшереү һәм сәнәғәт эшкәртеүе үткәрелмәй.  

Етмәһә, Стәрлетамаҡтан 75 километр алыҫлыҡта 2004-2005 йылдарҙа Башнедра эҙләнеү эштәре үткәрҙе. Һөҙөмтәлә сода етештереү маҡсатында яраҡлы ҙур Ҡаран эзбиз ятҡылығы табылды.  

Ҡаран ятҡылығындағы запастар күләме — 200 миллион тонна самаһы. Ул республикала артабан сода етештереү өсөн альтернатив сеймал сығанағы була ала.  

«Сода» Шәкетау ятҡылығын да эшкәртеп бөтмәгән әле. Ундағы эзбиз запасы 100 миллион тоннаға етә.

БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Ольга Лаздина, «Торатау тауынан бер кем дә айырым һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алмаған», тип өҫтәне. Был статус Башҡортостан халҡы өсөн изге һәм уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһын ышаныслы һаҡлай.  

темалар: экология