4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2010 йыл, 10:07

Бөгөн юғары уҡыу йорттарында БР Президенты стипендиялары тапшырыла

автор: Эльмира Сабирова

Бөгөн, 7 октябрҙә, республиканың юғары уҡыу йорттарында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаттарын тәбрикләү тантаналары дауам итәсәк.    

Тантаналар был көндә Башҡорт дәүләт университетында, Башҡорт дәүләт аграр университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында һәм Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһында үтәсәк. Стипендиялар тапшырыу тантаналары 8 октябрҙә Башҡорт дәүләт университетындағы, Өфө дәүләт авиация техник университетындағы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетындағы саралар менән тамамланасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, иң яҡшыларға БР Президенты стипендияларын билдәләү традицияһы 1994 йылда башланды. Быйылғы уҡыу йылында президент стипендиаты кеүек юғары статусҡа юғары уҡыу йорттарының 130 студенты, урта һөнәри белем биреү учреждениеларының 125 уҡыусыһы, 25 аспирант һәм 19 докторант лайыҡ булды.

темалар: мәғариф