Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфө Республика көнөнә әҙерләнә

Йәмғиәт

Өфө Республика көнөн байрам итергә әҙерләнә. Шаршамбы көндө Өфө хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында ҡала башлығы Павел Качкаевты хәбәр итеүенсә, байрам саралары 11 октябрҙә сәғәт 11-ҙә Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуҙан башланасаҡ.  Республика етәкселеге ҡатнашлығында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк тантаналы сара ла был юлы 11-енә күсерелгән. Ошондай уҡ йыйылыштар Өфөнөң бөтә ете районында ла үтәсәк.  

Сәғәт 12-лә В.И.Ленин исемендәге майҙанда йәштәр байрамы башланасаҡ, ә 16 сәғәттә уны «Йөрәгем һинең менән, тыуған Башҡортостан» байрам программаһы алмаштыра.

Ошо уҡ көндө байрам саралары йәнә ҡала мәҙәниәт һәм ял парктарында, «Моторҙар эшләүсе», «Дуҫлыҡ», «Орджоникидзе» мәҙәниәт һарайҙары алдындағы майҙандарҙа, Башҡорт дәүләт филармонияһында, Өфө татар дәүләт «Нур» театрында үтәсәк. Республика көнөнә ҡарата Өфөлә шахмат буйынса ҡала йәштәр кубогы, трамплиндан һикереү буйынса ҡала беренселеге, тау туризмы буйынса ҡала кубогы һәм башҡа төрлө спорт сараларын үткәреү ҙә ҡаралған.

Байрам 11 октябрҙә 22 сәғәттә Ленин исемендәге майҙанда фейерверк менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть