Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәшғүллек хеҙмәте 305 вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе

Йәмғиәт

8 айҙа дәүләт мәшғүллек хеҙмәте тарафынан 305 вакансиялар йәрминкәһе үткәрелде, уларҙа иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө өлкәләренән 3 меңдән ашыу эш биреүсе ҡатнашты. Килеүселәр һаны 70 мең кешенән ашыу тәшкил итте. Был мәғлүмәттәрҙе социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса республика өс яҡлы комиссия ултырышында БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин хәбәр итте.

Идаралыҡ эшмәкәрлегенең тағы бер йүнәлеше — профессиональ уҡытыу. Уны ойоштороуға 2010 йылда 115 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде, йәғни халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өлкәһендә бөтә сараларҙы финанслау күләмдәренең 61 проценты.  

Хәҙерге ваҡытта уҡытыу махсус уҡыу-производство базаһында үткәрелә. Исемлектә 250 һөнәр бирелгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть