Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Ике йылда Өфөлә авария хәлендәге йорттарҙан 4,2 меңдән ашыу кеше күсерелгән

Йәмғиәт

Өфөлә 2008 йылдан алып 4,2 меңдән ашыу кеше иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан икенсеһенә күсерелгән. Был турала шишәмбе көндө ҡала хакимиәте башлығындағы оператив кәңәшмәлә Өфө ҡалаһының «Күсемһеҙ милек үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Владислав Никитин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, кешеләрҙе күсереү республиканың дүрт маҡсатлы программаһына ярашлы алып барыла. Ҡалала 88 иҫке йорт һүтелгән һәм 21 яңы йортта халыҡ йәшәй башлаған. Йәнә ике яңы йорт йыл аҙағына тиклем йәшәүселәрен ҡабул итәсәк.

Өфөлә иҫке торлаҡты һүтеү буйынса маҡсатлы программаларҙы финанслауҙың дөйөм күләме 2,2 миллиард һумдан ашыу сумманы тәшкил итә.

— Был программаларҙан ыңғай һөҙөмтәләр көтөлә, — тине Владислав Никитин. – Дөйөм алғанда Өфөлә йәмғеһе 59 мең квадрат метрлыҡ 152 иҫке һәм авария хәлендәге йорт  һүтелергә тейеш. Шул уҡ мәлдә 5646 кеше яңы торлаҡ аласаҡ.

Әлеге ваҡытта граждандарҙы иҫке торлаҡтан яңыһына күсереү процесы тулы ҡеүәтендә алып барыла, һәм маҡсатлы программалар менән планлаштырылған күләм йыл аҙағына тиклем үтәләсәк, тип әйтергә  тулы нигеҙ бар.  

Владислав Никитин фекеренсә, тәҡдим ителгән торлаҡҡа күсергә риза булмаған граждандар менән  башланған суд процестары ғына программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы ваҡытында тамамлауға берҙән-бер кәртә булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть