7 декабрь, Шаршамбы

06 октябрь 2010 йыл, 14:57

Башҡортостандың социаль һөҙөмтәле предприятиелары аталды

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

6 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда «Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының ете номинацияһында тәүге урындарҙы яулаған 15 предприятие билдәләнде.

Конкурстың төбәк этабында еңеүселәр:

1. «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

2. «Башҡортостан бүлеү электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Башҡортостан бүлеү электр селтәрҙәре — Стәрлетамаҡ» филиалы;

3. «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы;

4. «Востокнефтезаводмонтаж Акционерҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

5. «Шишмә» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

6. «Нефтехим тәжрибә заводы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте;

7. «Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

8. «Восход» Өфө икмәк бешереү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

9. «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

10. «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

11. Башҡортостан Республикаһы «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

12. «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

13. «Башҡортостан» Сауҙа үҙәге асыҡ акционерҙар йәмғиәте;

14. «Эдвис» Уҡыу-методика үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;

15. «Башҡортостандың бәләкәй генийы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Тәүге урындар яулаған ойошмалар материалдары федераль кимәлдә конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына ебәрелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.