5 декабрь, Дүшәмбе

06 октябрь 2010 йыл, 14:35

Эш хаҡы буйынса бурыс 82,7 миллион һумға етте

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Эш хаҡы буйынса бурыстың артыуын социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссия ултырышында тикшерҙеләр.

— Беренсе ярты йыллыҡта бурыс күләменең кәмеүе билдәләнеүгә ҡарамаҫтан, июлдә эш хаҡы буйынса бурыс тағы ла үҫә башланы, — тине комиссия координаторы – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов. – Ә фактик бурыстар рәсми статистика мәғлүмәттәренән күпкә юғары.

Ултырышта социаль партнерлыҡ яҡтары тарафынан төҙөлгән Республика килешеүе сараларын тормошҡа ашырыу ҡаралды. Атап әйткәндә, билдәләнгән күрһәткестәргә өлгәшелмәгән йүнәлештәр.  

Көрсөккә ҡаршы саралар республиканың сәнәғәт һәм технологик ҡеүәтен һаҡлап ҡалырға ярҙам итте, тип билдәләнде. Был сәнәғәт производствоһының үҫешен раҫлай. Беренсе ярты йыллыҡта уның индексы 115,2 процент тәшкил итте.

Ләкин хеҙмәт баҙарында хәл хәүефле булып ҡала. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,7 процентҡа тиклем кәмене. Шул уҡ ваҡытта айырым тармаҡтарҙа хәл ҡатмарлы булып ҡала. 12 мең кеше тулы булмаған эш режимында эшләй.

— Хәлде төҙәтеү өсөн яңы эш урындары булдырыу буйынса системалы эш һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу кәрәк, — тине Фидус Ямалетдинов.

Дөйөм эшһеҙлек кимәлен шулай ғына кәметергә мөмкин. Ул 9 процент тәшкил итә һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғары.

Фидус Ямалетдинов эш менән тәьмин итеү мәсьәләләренә һәм бигерәк тә эш хаҡы түләүҙә гарантияларға етди иғтибар бирергә саҡырҙы.  

— Был йүнәлештәр иң өҫтөнлөклө булып ҡала, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.