Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Өфөлә йәштәр өсөн эш» сайтына көн һайын 500-ләп кеше инә

Йәмғиәт

Бер ай элек баш ҡалала эшкә урынлашыу буйынса яңы «Өфөлә йәштәр өсөн эш» сайты асылды. Ошо ваҡыт эсендә уға 13 мең кеше инеп сыҡты. Порталдың төп маҡсаты — эш эҙләүселәргә вакансиялар тураһында яңы мәғлүмәт биреү, ә эш биреүселәргә — асыҡ вакансияларға кәрәкле кандидаттар табыу. Сайт һөҙөмтәле эшләй. Көн һайын уны 500-ҙән ашыу эш эҙләүселәр һәм эш биреүселәр ҡарай. Иң талап ителгән һөнәрҙәргә менеджерҙар, It-белгестәр, реклама буйынса белгестәр инә. Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу бушлай булырға тейеш – сайт булдырыусыларҙың фекере ошондай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, www.hezmet.ru битендә иғландарҙы ҡарау ғына түгел, шулай уҡ Өфөлә эш эҙләү һәм эшкә урынлашыу темаһын тикшереүҙә ҡатнаша ала. Мәҫәлән, һуңғы көндәрҙә форумдың актуаль темаһы — ситтән тороп уҡыусы студенттар өсөн эш.

Шул уҡ ваҡытта ҡалаларҙа һәм райондарҙа «Эш – йәштәргә!» республика акцияһы дауам итә. 14 октябрҙә ул Әлшәй районының Раевка ауылында үтте. Сара программаһында даими һәм ваҡытлыса эш урындары йәрминкәһе, шулай уҡ Мәшғүллек үҙәге белгестәренең консультациялары планлаштырылған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть