6 декабрь, Шишәмбе

06 октябрь 2010 йыл, 11:52

«Финанс грамоталылыҡ аҙнаһы» саралары Өфөлә 9 октябрҙә үтәсәк

автор: Светлана Ғәфүрова

2010 йылдың 3 октябренән 10-ына тиклем сираттағы «Рәсәй төбәктәрендә финанс грамоталылыҡ аҙнаһы» Мәскәүҙә, Ижевскиҙа, Пермдә, Төмәндә, Екатеринбургта, Силәбелә һәм Өфөлә үтәсәк.

Өфөлә проект саралары 9 октябрҙә үткәреләсәк. Рәсәйҙең финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт, фонд биржалары һәм фонд баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар вәкилдәренең юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары менән финанс баҙарын үҫтереү проблемалары буйынса мастер-кластар, лекциялар һәм дискуссиялар форматында осрашыуҙары, шулай уҡ баҙарҙа профессиональ ҡатнашыусылар, квалификациялы инвесторҙар һәм эмитенттар өсөн дискуссия клубы үткәреү планлаштырыла.  

Рәсәй граждандарының финанс грамоталылығын күтәреү проектын Финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт ҡарамағындағы финанс ағартыу эксперт төркөмө бойомға ашыра.

темалар: финанстар