9 декабрь, Йома

06 октябрь 2010 йыл, 11:26

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек саралары тулыһынса үтәлде

автор: "Башинформ"

5 октябрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Леонид Гильченко видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренең 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлеге тикшерелде.

Башҡортостандың дөйөм федераль кампанияға әҙерлеге тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек буйынса комиссия рәйесе Илшат Тажетдинов сығыш яһаны.

Ул  29 сентябрҙә Башҡортостанда  республика Президенты етәкселегендә үткәрелгән видеоселектор кәңәшмәһе тураһында хәбәр итте. Дөйөм алғанда, бөтә әҙерлек саралары үтәлгән. Ҡала һәм райондарға иҫәп алыу бланкалары, башҡа кәрәкле документация һәм матди-хужалыҡ тәьминәте тулы күләмдә илтелгән. Инструктор һәм иҫәп алыу участкалары өсөн 1822 бина һайлап алынған, улар мебель, элемтә саралары менән йыһазландырылған. Шулай итеп, иҫәп алыусы персоналдың һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған.  

Округ комиссияһы рәйесе урынбаҫары Галина Полякова Башҡортостанды иҫәп алыу кампанияһын транспорт менән хеҙмәтләндереүгә тәүгеләрҙән булып договор төҙөүсе төбәктәрҙең береһе тип билдәләне.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 октябрҙән 25-енә тиклем үтәсәк.