3 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2010 йыл, 10:50

Рөстәм Хәмитов: «2015 йылға тиклем уҡытыусыларҙың проблемаларын хәл итергә тейешбеҙ»

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың иң яҡшы педагогтары үҙ һөнәри байрамында Өфөлә йыйылды. Шишәмбе, 5 октябрҙә, Конгресс-холл бинаһы бер нисә сәғәткә ҙур мәктәпкә әүерелде. Бында уҡытыусылар — "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә федераль гранттарға эйә булыусылар, башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурсында еңеүселәр йыйылды.  

Республиканың иң яҡшы уҡытыусыларын байрам менән ҡотларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте вице-премьеры Зөһрә Рәхмәтуллина, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров һәм башҡа рәсми кешеләр килде.

Әйтергә кәрәк, быйылғы йыл Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылы тип иғлан ителеү сәбәпле лә сара айырыуса тантаналы рәүештә үтте.

Педагогтарҙы тәбрикләп, уҡытыусы эше тәжрибәһенә эйә булған Президент уларға үҙ коллегаларына кеүек мөрәжәғәт итте.

— Беҙҙең бөтә уҡытыусылар берләшмәһе – ысынлап та алтын фонд, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Зәки улы. — Һәм мин һеҙҙең барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым. Бөгөн лайыҡлы награда алыусыларҙы айырым ҡотларға теләйем. Был наградалар – һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе таныу ул. Был иң мөһиме. Көндәлек көсөргәнешле күп йыллыҡ хеҙмәтегеҙ өсөн наградалар улар. Һәм һеҙ, һис шикһеҙ, уларға лайыҡһығыҙ. Бер генә булһа ла дәрес биргән, бер булһа ла лекция уҡыған һәр кем был эштең ни тиклем ҡатмарлы булыуын белә. Ләкин йәш быуынға белем биреү – почетлы миссия ла. Хөрмәтле сәйәси эшмәкәр Черчилль: «Мәктәп уҡытыусылары премьер-министрҙар хыяллана ғына алған власҡа эйә», тигән. Бәлки, кемгәлер был арттырыу кеүек тойолор, ләкин был ысынлап та шулай. Һеҙ кешегә әхлаҡи нигеҙ һалаһығыҙ, ижади фекерләү уятаһығыҙ. Уҡытыусы кешене тәрбиәләй, тимәк педагогтың яуаплылығы сикһеҙ ҙур.

Төбәк башлығы, быйылғы йыл уҡытыусылар өсөн айырыуса әһәмиәтле, тип билдәләне. Ыңғай үҙгәрештәр, ватан мәғарифын етди модернизациялау һәм уҡытыусы һөнәре статусын күтәреү буйынса саралар күреү йылы. Шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа юҡ түгел.

— Мин аңлайым, эш хаҡы бик түбән, ете меңгә яҡын уҡытыусы бөгөн торлаҡҡа мохтаж, хеҙмәт шарттары ла яҡшыртыуҙы талап итә, ләкин беҙ һеҙҙең хәлде яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләргә вәғәҙә итәбеҙ. 2015 йылға тиклем беҙ уҡытыусыларҙың проблемаларын хәл итергә тейешбеҙ. Педагогтарҙы санаторий-курорт дауалауы менән тәьмин итеү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыласаҡ. Планда – Мәғарифты үҫтереү институты базаһында уҡытыусылар өсөн профилакторий асыу.

Педагогтарға мөрәжәғәт итеп, Рөстәм Хәмитов уларҙы мәктәпкә йәш уҡытыусыларҙы йәлеп итергә саҡырҙы.

Зөһрә Рәхмәтуллина ла яҡын араларҙа уҡытыусы һөнәренең абруйы арттырыласағына ышаныс белдерҙе.  

Бөгөнгө тантана барышында республиканың 37 педагогы "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә федераль грантҡа эйә булыусы дипломы алды, 50 – БР Хөкүмәте гранттары.  Зиннәт Аллаяров әйтеүенсә, республикала иң яҡшы тел уҡытыусыларын дүртенсе тапҡыр хөрмәтләйҙәр. Матди дәртләндереү күләме – 50 мең һум. Был ваҡыт эсендә премиялар 250 башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына тапшырылды.  

Сара республика сәнғәт оҫталарының сағыу концерты менән тамамланды.