Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов башҡорт интеллигенцияһы менән бергә филармонияның 72-се миҙгелен асты

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты хәләл ефете менән шишәмбелә Башҡорт дәүләт филармонияһының быйылғы миҙгелдәге беренсе тамашаһына килде, өҫтәүенә, залға Рөстәм Хәмитов администраторға алдан һатып алынған билеттарын күрһәтеп инде.  

Йола буйынса йыйылма концерт әҙерләнгән ине: режиссерҙар ике бүлектә филармония артистары эшләгән жанрҙар төрлөлөгөн күрһәтергә тырышҡан: эстрада һәм фольклор, башҡорт һәм рус классикаһы, джаз һәм халыҡ бейеүҙәре.

Башҡорт дәүләт филармонияһы — милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм пропагандалау, шулай уҡ ҡала башҡорттары интеллигенцияһының осрашыу урыны. Концерттың бығаса булғандарынан бер нәмә менән дә айырылмауына ҡарамаҫтан — VIP-персона килеүе тураһында бында һуңғы минутта ғына билдәле булды, зал тулы һәм тамашасыларҙың күбеһе йәштәр ине.  

Хөсәйен Әхмәтов музыкаһы менән концертты БР милли инструменттар оркестры асты, ә эстрада джаз оркестрына уны ябыу бәхете тейҙе.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть