8 декабрь, Кесе йома

05 октябрь 2010 йыл, 17:45

Сәнәғәт ҡалдыҡтары Башҡортостан экологияһына хәүеф менән янай

автор: Светлана Ғәфүрова

Сәнәғәт ҡалдыҡтарын ер аҫтына күмеү урындары республикала ғәмәлдәге нормативтарға яуап бирмәй.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, республикала  сәнәғәт ҡалдыҡтарын күмеү өсөн 2500 урын ойошторолған. Шуларҙың 33-ө генә (ни бары 1,3%) — тулыһынса ғәмәлдәге нормативтарға яуап бирә.  Белгестәр баһалауынса, дөрөҫ күмелмәгән производство ҡалдыҡтары тупраҡты ғына түгел, өҫкө һәм грунт һыуҙарын да бысрата, һәм улар, бер-береһенә тоташҡан тамырҙар кеүек, зарарлы матдәләрҙе алыҫ араға тарата.

Уҙған йылда республикала сәнәғәт ҡалдыҡтары 2008 йыл менән сағыштырғанда 6,06 миллион тоннаға аҙайған. 2009 йылда улар бөтә Башҡортостан буйынса дөйөм алғанда 36,78 миллион тоннаға еткән.

Республикала иң эре сәнәғәт ҡалдыҡтарын булдырыусы – «Башҡортостан баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. 2009 йылда был акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 19 620,4 мең тонна ҡалдыҡтар барлыҡҡа килгән. Бында, тәбиғи, Учалы тау-байыҡтырыу һәм Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаттары алдынғы урында. Эре сәнәғәт предприятиелары араһында иң аҙ ҡалдыҡтар, 13 мең тонна, «Каучук» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә тура килә.

темалар: экология