8 декабрь, Кесе йома

05 октябрь 2010 йыл, 16:06

«Башспирт» «Алтын көҙ»ҙә 30 төрлө эсемлек тәҡдим итте

автор: Марина Чепикова, Ғәлиә Нәбиева

«Алтын көҙ» күргәҙмәһендә «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте алкоголһеҙ продукцияның ҙур серияһын тәҡдим итте. Былар консерванттар һәм яһалма буяуҙар өҫтәлмәгән лимонадтар. Предприятиеның генераль директоры Николай Князев сағыу этикеткалы матур быяла һауытҡа һалынған «бала саҡтан» газлы һыуҙы презентацияланы.

Мәскәүҙә «Алтын көҙ» агросәнәғәт аҙналығында предприятие стенды республика экспозицияһының ҡап уртаһында урынлашҡан, шешәләр сағыу лампалар яҡтыһында ялтырап осҡон сәскәндәй. Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов Башҡортостан етештереүселәренең үҙенсәлекле тараһын юғары баһаланы. Ул дизайнерҙарҙың табышын маҡтаны — хикмәтле бәләкәй графиндар һәм ыҡсым ғына лимонад «чекушкалары».

Николай Князев, предприятиела продукцияны биҙәү өҫтөндә бик ентекле эшләйҙәр, ребрендинг менән шөғөлләнәләр, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бында, тәбиғи, өр-яңы технологиялар файҙаланыла. Хәҙер Өфөлә бысраҡ һыуҙарҙы эсәр һыу кимәленә тиклем таҙартырға булышлыҡ итеүсе яңы ҡорамалдар һатып алынған. Был эш тәбиғәт менән мөнәсәбәттәрҙе гармониялаштырырға ғына түгел, шулай уҡ һаулыҡ өсөн зарарлы ингредиенттарҙы бөтөрөү иҫәбенә продукцияның сифатын яҡшыртырға ярҙам итеүсе экологик программалар сиктәрендә алып барыла.  

Конкурсҡа был предприятие быйыл 30 атама менән продукция ҡуйҙы. Былтырғы «Алтын көҙ» күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Мәскәүҙән төрлө дәрәжәләге 29 миҙал алып ҡайтҡайны.