4 декабрь, Йәкшәмбе

05 октябрь 2010 йыл, 14:44

Беренсел торлаҡҡа хаҡтар 12,6 процентҡа артты

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә беренсел (төҙөлөп ятҡан) торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы 41,9 мең һум тәшкил итә. Бер йылда хаҡтар 12,6 процентҡа артты.  

«Эксперт» Күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре хәбәр итеүенсә, яңы файҙаланыуға тапшырылған йорттарҙа уртаса тәҡдим хаҡы – квадрат метры 43,7 мең һум.  

Өфөлә иң арзан беренсел торлаҡ «Серебряный ручей» биҫтәһендә урынлашҡан. Был Дағстан урамындағы өс бүлмәле фатир. Уның квадрат метрының хаҡы — 17,6 мең һум.

Ҡала буйынса иң юғары тәҡдим хаҡы – үҙәктәге «өс бүлмәлеләр», унда квадрат метры өсөн 72 мең һум бирергә кәрәк.