5 декабрь, Дүшәмбе

05 октябрь 2010 йыл, 13:02

Өфөлә кәбеҫтә бик ҡиммәт

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов хәбәр итеүенсә, Өфөлә кәбеҫтәгә хаҡтар йыл башынан алып 2,3 тапҡырға артты. Был аҙыҡ-түлек продукттары араһында иң һиҙелерлек ҡиммәтәйеү. Шулай уҡ кишергә хаҡтар ярайһы уҡ артты – 2,2 тапҡырға тиерлек һәм картуфҡа – 2 тапҡырҙан ашыуға. Башҡа аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтар был тиклем үк артманы. Сырҙар, мәҫәлән, 1,3 тапҡырға ҡиммәтәйҙе, ҡаймаҡ – 1,2 тапҡырға.