9 декабрь, Йома

05 октябрь 2010 йыл, 12:10

Александр Артюхов «Йыл директоры-2010» тип танылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Артюхов БР сәнәғәтенең машиналар эшләү тармағы профсоюз ойошмалары ассоциацияһының 2010 йылғы социаль-иҡтисади һәм профсоюз ярышында «Йыл директоры» номинацияһында беренсе урын яуланы.

Конкурста 1000-дән ашыу кеше эшләгән һигеҙ предприятие етәксеһе ҡатнашты. Еңеүсене билдәләгәндә төп критерийҙар булып коллектив договор сифаты, етештереү күләмдәренең үҫеше, уртаса эш хаҡы һәм уны түләү буйынса бурыс булмау, хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллеге, социаль объекттар булыуы торҙо.  

Александр Артюхов «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 2006 йылдың мартынан етәкселек итә һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булып тора. 2009 йылда предприятие башлығы «БР-ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе» исеменә лайыҡ булғайны.