3 декабрь, Шәмбе

05 октябрь 2010 йыл, 11:41

Агросәнәғәт комплексы проблемалары һәм үҫеш перспективалары тикшерелә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыу йортоноң 80 йыллығына арналған «Агросәнәғәт комплексының хәҙерге хәле, проблемалары һәм үҫеш перспективалары» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Төркмәнстан һәм Германиянан белгестәр аҙыҡ-түлек һәм иҡтисади көрсөк шарттарында донъя агросәнәғәте комплексын үҫтереү мәсьәләләрен һәм агросәнәғәт комплексы вуздары һәм ойошмалары араһында артабанғы фәнни хеҙмәттәшлек ысулдарын ҡарай.

Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция менән бер рәттән университетта «2009-2013 йылдарға инновацион Рәсәйҙең фәнни һәм фәнни-педагогик кадрҙары» Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә йәш белгестәр өсөн биотехнология, ауыл хужалығы, урман, балыҡсылыҡ хужалығы һәм аҙыҡ-түлек өлкәһендә конференция үтте. Әйткәндәй, был форумды үткәреүгә грантты БДАУ быйыл яҙ отҡайны.