Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Уҡытыусылар көнө менән!

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, педагогик хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары — 5 октябрҙә билдәләнгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотланы. Төбәк башлығы ҡотлауында шулай тиелә:

“Беҙҙең һәр беребеҙҙең уҡытыусылары бар. Уларҙың һабаҡтары беҙҙе тормош юлынан алып бара, беҙгә көс бирә. Тап ошондай уҡытыусыларҙың тырышлығы менән беҙ әхлаҡи әҙерлек алабыҙ. Тап уларҙың ярҙамы менән беҙ ғүмер буйы үҫәбеҙ.

Бөгөн пелагогтарҙың һөнәри кимәленә ҡарата талаптар ярайһы уҡ артты. Уларҙың эшенең һөҙөмтәлелеге өлгәш буйынса ғына түгел, шулай уҡ улар уҡытып сығарған уҡыусыларҙың ысын компетентлығы, конкуренцияға һәләтлелеге һәм уларға ихтыяж менән билдәләнә. Заман уҡытыусыһы инновацион технологияларға һәм уҡытыу сараларына эйә булырға һәм, тәү сиратта, үҙ аллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм үҙе һайлаған юл өсөн яуаплылыҡҡа эйә булып өйрәнергә тейеш.

Әлбиттә, педагогия хеҙмәткәрҙәренең матди хәлен һиҙелерлек яҡшырта алманыҡ. Уларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре республикала иң мөһимдәрҙең береһе булып ҡала. “Мәғариф” милли проектына, айырым маҡсатлы республика программаларына ярашлы хеҙмәткә түләүҙең һәм дәртләндереүҙең яңы системаһы ошо бурысты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Беҙ был эште ғәмәлгә ашыра алырбыҙ, тип ышанам. Уҡытыусының хеҙмәте абруйлы буласаҡ һәм уның өсөн лайыҡлы түләнәсәк.

Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек, һайлаған эшегеҙгә тоғролоҡ, яңы ижади ҡаҙаныштар һәм уҡыусыларығыҙҙың рәхмәтле булыуын теләйем”.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть