Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең генераль директоры - «Йыл директоры-2010» еңеүсеһе

Иҡтисад

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов БР Сәнәғәтенең машиналар эшләү тармағы профсоюз ойошмалары ассоциацияһының 2010 йылғы социаль-иҡтисади һәм профсоюздар ярышында “Йыл директоры” коминацияһында беренсе урын алды.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста 1000 кешенән ашыу хеҙмәткәр эшләгән предприятиеларҙың һигеҙ етәксе ҡатнашҡан. Коллектив килешеүҙең сифаты, етештереү күләменең үҫеше, уртаса эш хаҡы һәм эш хаҡын түләү буйынса бурыстарҙың булмауы, эшселәр мәшғүллеге, социаль объекттар булыуы еңеүсене һайлағанда төп критерийҙарҙан һаналған.

Александр Артюхов «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 2006 йылдың мартынан етәкселек итә, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. 2009 йылда предприятие башлығы «БР-ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе» исеменә лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть