Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан наркобаҙары ярты миллион һумдан ҡолаҡ ҡаҡты

Йәмғиәт

Үткән аҙнала республика наркополицейскийҙары 3,5 кг марихуананы һәм 115 грамм героинды законһыҙ әйләнештән алған. Был күләмдәге наркотиктар хужаларына 500 мең һум аҡса килтерер ине, тип хәбәр итә Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

«Мәк» операцияһы сиктәрендә Башҡортостан наркоконтроле оперативниктары ике килограмдан ашыу марихуана һаҡлаған 33 йәшлек өфөлөнө ҡулға ала. Өфөлә йәшәгән 50 йәшлек эшһеҙ ҡатындың ихатаһында 100 грамм героин табыла.

Үкән аҙнала наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре йәмғеһе 45 енәйәт эше асҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть