9 декабрь, Йома

04 октябрь 2010 йыл, 16:39

Хоҙайбирҙин музейында интерактив уйын формаһында «Тыуған Башҡортостан» экскурсияһы эшләй

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында яңы инновацион проект — «Тыуған Башҡортостан» интерактив уйыны-экскурсияһы эшләй башланы. Мәғлүмәти-күңел асыу программаһы балаларға иҫәпләнгән һәм Республика көнөн байрам итеүгә арналған.  

Интерактив экскурсия «флаг», «герб», «гимн», «Башҡортостан Республикаһының хәҙерге дәүләт символикаһы» кеүек төшөнсәләр тураһында еңел уйын формаһында  аңлайышлы итеп һөйләүгә ҡоролған. Шулай уҡ балалар бында республиканың дәүләт символикаһы хаҡында төшөрөлгән фильм ҡарай һәм фотоға төшә ала. Иң бәләкәйҙәргә һәр төрлө ребустар, уйындар, конкурстар, викториналар тәҡдим ителә.

темалар: музейҙар