Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы үткәрелә

Иҡтисад

15 октябрҙә Өфөнөң Профсоюздар йортонда БР Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы үткәрелә. Уның эшендә 370-тән ашыу төҙөлөш компанияһы — үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар ағзалары ҡатнашасаҡ, тип планлаштырыла.  

Көн тәртибенә Коммерция булмаған партнерлыҡтың бер йылдағы эшмәкәрлек, ҡайһы бер ойошмаларҙы ағзалыҡтан сығарыу мәсьәләләре индерелгән. Йыйылышта шулай уҡ норматив документтарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләрҙе һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерәсәктәр.  

Үҙ-үҙен көйләүсе ойошма ағзаларының дөйөм йыйылышы йылына бер тапҡыр үткәрелә һәм Башҡортостандың бөтә төҙөлөш берләшмәһе өсөн мөһим ваҡиға булып тора. Тап дөйөм йыйылыш артабан төҙөлөш предприятиеларының эшенә йоғонто яһаусы принципиаль мәсьәләләр буйынса коллегиаль ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына эйә орган булып тора ла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть